Башҡортостанда пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 9 меңгә яҡынлаша. 28 сентябргә 8 708 сирле теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 39 яңы осраҡ асыҡланған. Тәүлек эсендә – 110 дауахананан тыш пневмония осрағы, ул бер нисә аҙна инде ошо кимәлдә тора. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы
яҙҙы.