Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 22:00

Башҡортостан медиктары COVID-19 менән көрәштә ярҙам итеү өсөн Абхазияға осто

Республика медицина хеҙмәткәрҙәре урындағы белгестәргә ойоштороу-методик ярҙам күрһәтәсәк, шулай уҡ коронавирус менән ауыр сирләүселәр өсөн консультациялар бирәсәк.

Республика медицина хеҙмәткәрҙәре урындағы белгестәргә ойоштороу-методик ярҙам күрһәтәсәк, шулай уҡ коронавирус менән ауыр сирләүселәр өсөн консультациялар бирәсәк, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Беҙҙең белгестәрҙең коронавирус инфекцияһын дауалауҙа тәжрибәһе ярайһы уҡ ҙур, был Абхазия Республикаһындағы коллегаларыбыҙға файҙалы буласағына ышанабыҙ. Шуға күрә беҙ үҙ белемдәребеҙ менән уртаҡлашырға әҙер. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының методик етәкселеге аҫтында һәр майҙансыҡта ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, – тине министр урынбаҫары Евгений Кустов.
Читайте нас: