Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 14:00

Компенсацияларҙы үҙаллы иҫәпләп була

Башҡортостан Республикаһы халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләм буйынса шәхси компенсацияларҙы онлайн режимда үҙаллы иҫәпләй ала. Яңы сервис республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы тарафынан эшләнгән.

Калькулятор менән файҙаланыу өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге рәсми сайтының төп битенә инергә кәрәк: https://calc.bashkortostan.ru/EDK_calc/.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 июленән граждандарҙың льготалы категорияларына – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға, инвалид балалары булған ғаиләләргә, радиация тәьҫиренә дусар булған граждандарға, күп балалы ғаиләләргә торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә сығымдарҙы айлыҡ аҡсалата компенсациялау ҡағиҙәләре үҙгәрҙе.
Читайте нас: