Башҡортостанда Салауат ҡала суды 2019 йылдың майында 25 миллион һум урлаған ирле-ҡатынлы Хәйруллиндарға хөкөм ҡарары сығарҙы, тип
хәбәр итә “Башинформ”. Элекке кассир Луиза биш йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатыла. Уның ире Марат алты йылға дөйөм режимлы колонияға хөкөм ителде. Уға суд залында уҡ ҡулына бығау кейҙерҙеләр. Бынан тыш, ғаилә урланған 25 миллион һумды банкка кире ҡайтарырға тейеш.