Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 12:15

Радий Хәбиров “Тынлыҡ сәғәте” тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Был закон күп фатирлы йорттарҙа һәм дөйөм ятаҡтарҙа сәғәт 13-тән 15.00-гә тиклем шау-шыулы эштәр башҡарыуҙы тыя.

Был закон күп фатирлы йорттарҙа һәм дөйөм ятаҡтарҙа сәғәт 13-тән 15.00-гә тиклем шау-шыулы эштәр башҡарыуҙы тыя.
“Тынлыҡ сәғәте”ндә граждандарҙың тыныслығын боҙоусыларға штраф һалынасаҡ. Был төр ҡағиҙә боҙоу өсөн граждандарға – бер меңдән ике мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – өс меңдән биш мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә ун меңдән ун биш мең һумға ҡәҙәр штраф ҡарала.
Яңы төҙөлгән йорттарҙа иһә файҙаланыуға тапшырылғандан алып йыл ярым “тынлыҡ сәғәте” булмаясаҡ. Был тыйыу шулай уҡ айырым осраҡтарға – аварияларҙы бөтөрөүгә йәки граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бәйле кисектергеһеҙ эштәргә ҡағылмай.
Читайте нас: