Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 17:00

Ә һеҙ күстегеҙме әле?

Рәсәй Банкы пенсионерҙарҙы “Мир” милли түләү системаһы карталарына күсереү ваҡытын 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға ҡарар итте.

Рәсәй Банкы пенсионерҙарҙы “Мир” милли түләү системаһы карталарына күсереү ваҡытын 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға ҡарар итте.
“Күреүебеҙсә, пенсионерҙарҙың күпселеге “Мир” картаһына күсеп, унан файҙалана. Әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бындай карталарҙы алмағандар ҙа бар, шуға күрә беҙ был срокты йыл аҙағына тиклем оҙайтырға булдыҡ”, – тине Үҙәк банктың милли түләү системаһы департаменты директоры Алла Бабкина.
Уның әйтеүенсә, өлкәндәр пенсияһын альтернатив алымдар менән дә алыу мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, карталарға бәйләнмәгән иҫәптәргә йә һаҡлыҡ кенәгәһенә күсертә алалар.
Читайте нас: