Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 13:55

#Путин нимә тине?

Рəсəй Президенты белдереүенсə, пандемияға ҡаршы көрəш дауам итə. Беҙҙең һəммəбеҙгə лə айырыуса һаҡбулырға кəрəк.

Рəсəй Президенты белдереүенсə, пандемияға ҡаршы көрəш дауам итə. Беҙҙең һəммəбеҙгə лə айырыуса һаҡ
булырға кəрəк.
"Бөгөн беҙ был ҡурҡыныс ауырыу тураһында, бер нисə ай элеккегə ҡарағанда, яҡшыраҡ белəбеҙ. Иҫкəртеү эштəрен
нисек алып барырға ла белəбеҙ. Яҙғыһын кеүек иҡтисад өсөн дə, халыҡ өсөн дə ауыр булған сиклəү сараларын иғлан итмəҫ
өсөн тап хəҙер беҙҙең берлектəге көс инфекция таралмауына ҡаршы йүнəлтелергə тейеш", — тине Путин Рəсəй Дəүлəт
Советы ултырышында.
Пандемияға ҡаршы көрəш дауам итə. Президент əйтеүенсə, иғтибарҙы, һаҡлыҡты юғалтмау талап ителə.
"Мин тағы бер тапҡыр ил граждандарына мөрəжəғəт итəм: ҡəҙерле дуҫтар, хəүеф бар. Был турала онотмағыҙ һəм үҙегеҙгə ҡарата ла, янығыҙҙағы кешелəргə ҡарата ла яуаплы
булығыҙ", - Владимир Владимирович бик етди.
Читайте нас: