Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 19:00

Алға! "Үҫеш нөктәһе" артабан үҫергә рҙам итһен!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Кескәй дуҫым (шартлы рәүештә уны Искәндәр тип атайыҡ) быйылғы уҡыу йылын һағынып көтөп алды. Шулай булмай ни! Дуҫтары уҡыған 2-се һәм Ф. Солтанов исемендәге мәктәптәрҙәге кеүек, заманса компьютерҙар, 3D-принтерҙар, виртуаль ысынбарлыҡ шлемдары, роботтар эшләп ҡарау, шахмат уйнау мөмкинлеге һ.б. уларҙа ла буласаҡ!Искәндәрҙең кисерештәре, уй-хыялдары Иҫәнғолдағы 1-се һанлы мәктәптең барлыҡ ҡыҙ-малайҙары өсөн хастыр, моғайын. Бына улар көткән көн етте – 29 сентябрҙә бында “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәге тантаналы асылды.

Кескәй дуҫым (шартлы рәүештә уны Искәндәр тип атайыҡ) быйылғы уҡыу йылын һағынып көтөп алды. Шулай булмай ни! Дуҫтары уҡыған 2-се һәм Ф. Солтанов исемендәге мәктәптәрҙәге кеүек, заманса компьютерҙар, 3D-принтерҙар, виртуаль ысынбарлыҡ шлемдары, роботтар эшләп ҡарау, шахмат уйнау мөмкинлеге һ.б. уларҙа ла буласаҡ!
Искәндәрҙең кисерештәре, уй-хыялдары Иҫәнғолдағы 1-се һанлы мәктәптең барлыҡ ҡыҙ-малайҙары өсөн хастыр, моғайын. Бына улар көткән көн етте – 29 сентябрҙә бында “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәге тантаналы асылды. Унда сығыш яһап, мәктәп директоры Эльвина Итбаева был эш ил Президенты В. Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли һәм “Заманса мәктәп” региональ проектына ярашлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне.
  • “Үҫеш нөктәһе”нең маҡсаты – мәктәптең белем биреү мөмкинлеген арттырыу. Үҙәк базаһында проектҡа ингән технология, информатика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре предметтары буйынса дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙан тыш, IT-технологиялар, медиаижад, шахмат, проект һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса өҫтәмә белем биреү ҙә иғтибар үҙәгендә буласаҡ, – тине сығышында Эльвина Руслан ҡыҙы.
  • Артабан ул эште нисек ойошторасаҡтары тураһында һөйләне. Төшкә тиклем әйтелгән предметтар буйынса дәрестәр үтһә, төштән һуң иһә уҡыусыларҙы ижади эшмәкәрлек, эшлекле уйындар, тренингтар көтә.
    1-се мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусыларының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, район мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева ла килгәйне. Дәмин Марат улы “Мәғариф” милли һәм “Заманса мәктәп” төбәк проекттары сиктәрендә беҙҙең районда өсөнсө Үҫеш нөктәһе” барлыҡҡа килеүен, былтыр бер юлы ике мәктәптә һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге асылыуын билдәләне. Бындай үҙәктәр артабан башҡа мәктәптәрҙә лә булдыраласағын әйтеп, юғары технологиялы ҡорамалдарҙы ҡулланыу уҡыусыларҙа белемгә, тикшеренеү эшмәкәрлегенә ынтылышты, уларҙың әүҙемлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәгенә ышаныс белдерҙе.
    Ал таҫма ҡырҡылды, барыһы ла “Үҫеш нөктәһе” кабинеттарына үтте. Улар төҙөкләндерелгән, берҙәм фирма стилендә биҙәлгән, йыһазландырылған. Технология кабинетында балаларға хеҙмәт дәрестәрендә шөғөлләнеү өсөн елемле пистолеттар, дрелдәр, электролобзиктар, күп функциялы инструменттар һ.б. бар; ОБЖ дәрестәрендә тормошта ул был була ҡалһа, тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәләр. 11-се класс егеттәре быны манекен ярҙамында практикала күрһәтте: береһе “ҡарлыҡҡан” – сит предмет йотҡан “кешегә ярҙам итте”; икенсеһе яһалма һулыш алдырып “иҫенә килтерҙе”.
    Проект эшмәкәрлеге кабинетында конструкторҙар күплеге хайран ҡалдыра. Кескәй генә малайҙар ҡунаҡтарға иғтибар ҙа итмәй, эш менән мәшғүл. Ана, береһе эт-робот эшләп тә ҡуйҙы. “Тәүҙә схема буйынса төҙөһәләр ҙә, аҙаҡ үҙҙәре уйлап таба башлай”, – ти Рәйлә Айҙар ҡыҙы.
    Кабинеттың бер яғында уҡыусылар шахмат уйнай, икенсе мөйөштә һүрәт төшөрә, ижад итә. Ҡыҫҡаһы, балаларҙың һанлы грамоталылығын үҫтереү, үҙҙәрен төрлө яҡлап асһын өсөн бөтә шарттар булдырыла. Тимәк, алға! “Үҫеү нөктәһе” артабан да үҫергә ярҙам итһен!
    Читайте нас: