Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 11:00

Күңелегеҙ һәр саҡ йәш ҡалһын!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың ҡотлауы

Муниципаль район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың ҡотлауы
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ, өлкән быуын вәкилдәре! Йылдың ошо матур миҙгелендә Оло йәштәгеләр көнө билдәләнә.
Был барыбыҙ өсөн дә әһәмиәтле байрам. Унда – йылылыҡ һәм изгелек, ихтирам һәм һөйөү. Был байрам – быуындар берҙәмлеге һәм күсәгилешлегенең, заманалар бәйләнешенең кәүҙәләнеше. Һеҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби һәм хеҙмәт батырлығы күрһәттегеҙ, емереклектәрҙән илде аяҡҡа баҫтырҙығыҙ, илебеҙҙењ изгелек һәм гуманлылыҡ, Тыуған илгә һөйөү идеалдарына тоғролоҡҡа нигеҙләнгән ҡеүәтле ижади потенциалын булдырҙығыҙ. Һеҙ рухи ҡиммәттәрҙе һәм традицияларҙы һаҡлаусы, фиҙаҡәрлек, батырлыҡ һәм әхлаҡлылыҡ өлгөһө, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ өсөн таяныс, тоғро ярҙамсы булып тораһығыҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы, һеҙ бөгөн дә сафта: белемдәрегеҙҙе һәм бай тәжрибәгеҙҙе йәш быуын менән йомарт уртаҡлашаһығыҙ, үҙ өлгөгөҙ менән Ейәнсура районы йәштәрендә рух ныҡлығы, егәрлелек һәм илһөйәрлек тәрбиәләйһегеҙ. Районыбыҙ юбилейын билдәләгән йылда һеҙгә тәрән аҡылығыҙ, изгелегегеҙ һәм түҙемлегегеҙ, тырыш хеҙмәтегеҙ, рухи көсөгөҙ, үҙ районығыҙҙы ихлас яратыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм!
Йәш йылдар менән түгел, ә күңел торошо менән иҫәпләнә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һеҙҙең күңелегеҙ һәр саҡ йәш һәм матур булып ҡалһын! Һеҙгә туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән бергә мөмкин тиклем күберәк бәхетле һәм ҡыуаныслы көндәр, именлек һәм оҙон ғүмер теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: