Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 20:00

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 41 осрағы асыҡланған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 41 осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Пандемия башланғандан алып төбәктә бөтәһе 8 831 сирле асыҡланған.Хәҙер яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған 63 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың берәүһе – ауыр хәлдә. 606 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.Тәүлек эсендә 7 пациент һауыҡҡан, пандемия башланғандан алып йәмғеһе 8121 кеше дауахананан сығарылған. COVID-19 арҡаһында вафат булыуҙың яңы осраҡтары һуңғы көндә теркәлмәгән. Быға тиклем үлеүселәр һаны – 41 кеше.Һуңғы тәүлектә 133 кешегә дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған, 72 пациент һауығып сыҡҡан.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 41 осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Пандемия башланғандан алып төбәктә бөтәһе 8 831 сирле асыҡланған.
Хәҙер яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған 63 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың берәүһе – ауыр хәлдә. 606 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Тәүлек эсендә 7 пациент һауыҡҡан, пандемия башланғандан алып йәмғеһе 8121 кеше дауахананан сығарылған. COVID-19 арҡаһында вафат булыуҙың яңы осраҡтары һуңғы көндә теркәлмәгән. Быға тиклем үлеүселәр һаны – 41 кеше.
Һуңғы тәүлектә 133 кешегә дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған, 72 пациент һауығып сыҡҡан.
Читайте нас: