Бәйгегә Башҡортостандың 38 төбәктәренән йөҙҙән артыҡ эш ҡабул ителде. Күп балалы ғаиләләр үҙ шөғөлдәре тураһында видеороликтар тәҡдим итте, унда һәр ғаилә ағзаһын ижади яҡтан үҫтергән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға этәргес биргән эштәр һүрәтләнә. Улар араһында икмәк баҫыу, ҡорт ҡарау, йылҡы малы үрсетеү, ҡымыҙ бешеү, файҙалы үләндәр йыйыу һәм башҡа һөнәрҙәр сағыла.