Ғүмер... Аҡҡан һыу шикелле... Уның башланыуына нимә сәбәпсе булған да ахырын кем белә? Елдең тыны, йылғаларҙың урғылып сыҡҡан инеше бар. Ә ғүмер үлсәмдәрен самалау кем ҡулында? Һәр кемдең тормошо, яҙмышы, уйлап ҡарағанда, яҙылмаған, тимәк уҡылмаған китап булып ҡала килә. Тик кеше ғүмере шундай ҡатмарлы, ул китаптарға ғына һыймай...
Ошолай мәрәкә башланып китте беҙҙең әңгәмә бөгөнгө геройҙар менән. Мин уларҙан түгел, ә улар икәүләшеп минән хәл-әхүәл, донъя ығы-зығыһын һораша башланылар. Былай булмай, тиҙ генә йүгәнде үҙ ҡулыма алып: «Йә, ниҙән башлайбыҙ?» – тим.
Башҡорт Үргене ауылында йәшәүсе Фирҙәүес Вафа ҡыҙы менән Йәғәфәр Таһир улы Аҡъюловтар: «Балаларҙан!» – тине.
Улар 6 балаға ғүмер бүләк итә. Икәүһе ысын донъяла, ҡалғандары шөкөр иҫән-һау, ҡайғыларын бирмәһен тип теләй ата менән әсә. Бала 50 йәште үтһә лә, бала булып ҡала. Улар 1951 йылда ғаилә ҡора, быйыл бергә йәшәүҙәренә 69 йыл. Йәғәфәр олатай шаяртып, 70 тип яҙ ҙа ҡуй, ти. Оҙон ғүмер юлы үткән кешеләрҙең тәүге танышыу, ғаилә ҡорған мәлдәре менән ҡыҙыҡһынам.
– Бер ауыҙ һүҙ һөйләшмәгән кешегә кейәүгә сыҡтым, – ти Фирҙәүес инәй йылмайып. Бер аҙна бергә эшләйҙәр. Йәғәфәр олатай тракторҙа йөрөй, ер һөргән ваҡытта ҡатын-ҡыҙ төрәнгә ултырып, тыйлыҡҡан үләндәрҙе төшөрөп йөрөргә тейеш. Олатайға ярҙамсы кәрәк була. Ул ваҡытта Ғәрифйән Әбдрәхимов эшкә әйтеүсе була. Йәғәфәр олатайҙың үтенесе буйынса, фәҡәт Фирҙәүес инәйҙе эшкә саҡырып сығара. Ул замандың законы ҡаты була, әйткән эшкә сыҡмай ҡалыу ярамаған. Әсәһе лә, ҡыҙым сығаһың инде, башҡа әмәл юҡ, тигәс илай-илай сыға. Бер аҙна эшләгәс, әмәлгә баҡҡандай, Ташйырын эргәһендәге баҫыуҙа төрәндең тәгәрмәсе төшөп ҡала, быҫҡаҡлап ямғыр яуа. Алай-былай иткәнсе эңер төнгә әйләнә. Шулай Фирҙәүес инәй тракторҙың кабинаһында, Йәғәфәр олатай тракторҙың ышығында таң ҡаршылай. Инәй таң һыҙыла башлағас, ҡайтыу яғына йүгерә. Әле лә хайран ҡала, иртә таң менән ҡурҡа-ҡурҡа ҡайтып барһа, Сәләх ағай һыбай килә ята, ти. Уның нишәп йөрөүен белешә лә, һине кашауар итеп яҙғандар, тип һөйөнөслө хәбәрен әйтеп китә. Шатлығының иге-сиге булмай, көс еткеһеҙ төрән эшенән ҡотола. Шунан ул Кананикольскиҙың аръяғында урынлашҡан Шанскиға аш бешереүсе булып китә. Тандыр кеүек бер нимәгә утын яғып, сөсө икмәген дә, ашын да бешерә. 15-16-шар йәйем туҡмас йәйеп ҡырҡа торғайным, тип иҫләй. Шул арала Йәғәфәр олатайҙы күҙәтәм, йәнәһе, нисек ебәрҙең, тип. Минең нимә һорарҙы аңлап, Басира апайыма әйтеп ебәрҙем, ул аңдып, ҡарап йөрөнө, тип серҙе систе. Әллә нишәп Аҙнабаева Мәрйәм апай көсләп димләнесе, тип бөгөн килеп аптырай Фирҙәүес инәй. Ныҡытып торғас димләй инде, тип икенсе серҙе систе олатай.
1951 йылда ғаилә ҡороп, Ғүмәр исемле улдары тыуып, 5 айлыҡ булғас, Йәғәфәр олатайҙы армияға алалар. 5 йыл хеҙмәт итә. Тәүҙә Октябрьский ҡалаһында 6 ай шоферға уҡый, шунан 4 йыл водитель булып хеҙмәт итә, командирын йөрөтә. Армиянан ҡайтҡас та водитель булып эшләй, олоғайғас, мәктәптә «кочегарка»ла эшләп хаҡлы ялға сыға. Фирҙәүес инәй ҙә телгә килә, һыйыр ғына һауманым, шунан башҡа эшләмәгән эш ҡалманы инде, ти. Хаҡлы ялға балалар баҡсаһында эшләп сыға.
Сабатаһын да кейҙек, аламаһын да күрҙек, үләнен дә ашаныҡ, әле лә андыҙ тамырын эсеүҙән туҡтамайбыҙ, тип ғүмерле булыуҙың серен әйтә улар. Асыҡҡан саҡтары ла иҫләнде, тик асыҡтым тип емерә ашап ултырмағандар, әҙәп һаҡлап сама белгәндәр. Ул ваҡытта кеше ас булһа ла, үҙен ас тип иҫәпләмәгән, сөнки рухлы булған. Күрше-күлән татыу булған, юҡҡамы ни, ут күршеләр тигәндәр. Күршеләре Ҡолдәүләтова Хәтирә еңгәйҙәрен дә йылы итеп иҫкә алдылар.
«Самауыр шыжлап ултырһын,
Килен көлөп ултырһын...» – тип һамаҡлап инә торғайны тип. Бигерәк сос булды, алыш-бирешкә, йомошҡа яҡшы булыуын, иң беренселәрҙән ут тоҡандырыуын, башҡалар осҡон алырға уға йөрөүҙәрен һәм башҡа хәтирәләрҙе бер-нисә көн ултырып тыңлаһаң да бөтөрлөк түгел.
Ғүмер йомғаҡтары аҡҡан һыу кеүек әкрен генә һүтелде лә һүтелде. Һыу ҙа гел генә тыныс аҡмай... Уның ярҙарына һыймай ташҡан саҡтары ла, сылтыр-сылтыр ғына килеп йырлап торған мәлдәре лә, төрлө сағы була... Кеше яҙмыштары ла шуға тиң. Тик, тормош ниндәй генә һынауҙарын ҡуймаһын, Фирҙәүес инәй менән Йәғәфәр олатай уны ярҙарынан сығарып ебәрмәгән. Бер-береһенә йән өрөп, бер-береһен ҡурсалап, әле лә мөхөббөтле күҙҙәре менән бер-береһенә ҡарашып, тормоштан йәм табып йәшәп яталар. Инәй төрлө-төрлө бәлештәр бешерһә, олатай минең атым бар әле, тип маһая. Тимәк, башта ҡуйылған һорауға яуап – ғүмер үлсәмдәре үҙебеҙҙең ҡулда түгелме ни?!