Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 16:55

Кемдәр грант ала?

"Һанлы иҡтисад" милли проектын ғəмəлгə ашырыуға ярашлы, Рəсəйҙə грант алыуға конкурс иғлан ителде.

"Цифрлы иҡтисад" милли проектын ғəмəлгə ашырыуға ярашлы,
Рəсəйҙə грант алыуға конкурс иғлан ителде.
«Сколково», Рəсəй мəғлүмəт технологияларын үҫтереү һəм
Инновацияларға булышлыҡ итеү фондтары ойошторған грант
ярҙамы IT өлкəһендə эшлəүселəргə бик таман ғына буласаҡ. Сөнки
бөгөн беҙҙə ошо тармаҡты йылдам үҫтереү маҡсаты ҡуйылған. Əгəр
ҙə тиҙлекте кəметһəк, донъянан артта ҡаласаҡбыҙ.
«Сколково» фонды компанияларға Рəсəй цифрлы продукттарын,
сервис һəм платформа ҡарарҙарын əҙерлəү өсөн 80 миллион һум
грант тəҡдим итə. Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды тармаҡта
стартаптарҙы ғəмəлгə ашырыуға йүнəлтелгəн.
Яһалма интеллект, блокчейн кеүек өлкəлəрҙə эшлəүселəр 20
миллион һумға тиклем грантҡа өмөт итə ала.
Фото: ТАСС.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: