Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө байрамы. Байрамда кешеләр күңел аса, бер-береһенә ярҙам итә, яҡынданыраҡ аралаша.
Ғөмүмән, башҡорт халҡының ҡунаҡҡа барғанда иң ҙур күстәнәсе ҡаҙ булған. Ҡаҙ итенән ниндәй генә ризыҡтар әҙерләмәйҙәр. Туйҙарҙа ла йола буйынса йәштәрҙе ҙурлап, изге теләктәр теләп, парлы йәшәүҙәренә юрап парлы ҡаҙҙар сығарғандар.