Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 13:00

Милли проекттар үтәлеше тикшерелә

Рəсəй Дəүлəт Советының сираттағы ултырышы милли проекттарҙы ғəмəлгə ашырыуға арналды.

Рəсəй Дəүлəт Советының сираттағы ултырышы милли проекттарҙы ғəмəлгə ашырыуға арналды.
Владимир Путин видеоконференция рəүешендə уҙғарған
ултырышта шул билдəлəнде: бөгөн беҙҙең алға килеп баҫҡан
ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан милли маҡсаттар үҙгəрмəне.
Президент октябрь аҙағынаса милли проекттарҙы тағы бер
тапҡыр ҡарап сығырға, контроль системаһын яңыртырға,
күрһəткестəрҙе тикшерергə ҡушты.
Айырыуса төбəк властары милли проекттарҙы ғəмəлгə
ашырыуҙы тəьмин итергə тейеш. Президент миҫалға торлаҡ
төҙөлөшөн атаны.
Башҡортостанда федераль үҙəк ҡуйған маҡсаттарға
өлгəшеүгə ҙур иғтибар бирелə. Тематик ултырыштар даими
үтə.
Был аҙналағы оператив кəңəшмəлə белдереүҙəренсə, 2020
йылдың һигеҙ айында торлаҡ төҙөлөшө 11,2 процентҡа
артҡан. Ə Рəсəйҙə иһə, 2019 йыл менəн сағыштырғанда,
күрһəткестəрҙең түбəнəйеүе күҙəтелə.
Фото: РФ Хөкүмəте сайтынан.


Читайте нас: