Башҡортостанда 2 октябргә ҡарата коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 42-гә артып, бөтәһе 8 873 кешегә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, стацинарҙа 62 ауырыу дауалана. Береһе – ауыр хәлдә. Амбулатор дауаланыуҙа -644 кеше.
Һуңғы тәүлектә 5кеше һауыҡҡан, яңы үлем осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй.
Республикала коронавирус ҡорбандары 41 кеше тәшкил итә.
Республикала пневмония менән сирләгәндәр ҙә арта, тәүлек эсендә уларҙың һаны 169 тәшкил иткән.