Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 12:40

Яңы мөмкинлектәр көтә

Хәбәр итеүебеҙсә, 29 сентябрҙә Башҡортостандың бәләкәй ҡала-ауылдары мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәренең марафоны үтте. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған был проект буйынса быйыл

Хәбәр итеүебеҙсә, 29 сентябрҙә Башҡортостандың бәләкәй ҡала-ауылдары мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәренең марафоны үтте. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған был проект буйынса быйыл республикала һанлы һәм гуманитар профилле тағы 42 инновация майҙансығы булдырылған. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең районда ундай үҙәктәре булған мәктәптәр һаны тағы берәүгә артты – Иҫәнғолда 1-се һанлы урта мәктәптә һанлы һәм гуманитар профилле “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылды. Хәтерегеҙгә төшәрәбеҙ: быға тиклем Иҫәнғолдоң 2-се һанлы һәм Ф. Солтанов исемендәге мәктәптәре лә ошондай майҙансыҡҡа эйә булғайны.
Хәҙерге заман балаларының зауығына тап килеү, улар менән бер тулҡында булыу өсөн ошондай үҙәктәр бик кәрәк. Матур итеп биҙәлгән бүлмәләр, заманса ҡорамалдар ауыл уҡыусыларына сифатлы белем биреү, техник һәм гуманитар белемдәрен практикала нығытыу мөмкинлеген дә киңәйтә.
Читайте нас: