Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2020, 20:00

Башҡортостанда һуңғы тəүлектə тағы 44 кешелә COVID-19 табылған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хəбəр итеүенсə, республикала һуңғы тəүлек эсендə коронавирус менəн сирлелəрҙең һаны 44-кә артҡан. Шулай итеп, республикала барлығы 8917 кешелə COVID-19 сире рəсми рəүештə раҫланған.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мəғлүмəте буйынса, барлығы республикала 678 кеше коронавирус менəн сирлəй. бөгөнгө көндə дауахана шарттарында 82 кеше дауалана. Ҡалғандар амбулатор шарттарҙа күҙəтелə. Ике кеше ауыр хəлдə, тип билдəнə. Вирус ҡорбандарының һаны, элеккесə, 41 кеше.
Сир тарала башлағандан алып 8198 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫəптəн 72 кеше – һуңғы тəүлектə.
Читайте нас: