Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2020, 12:00

Әллә ҡайҙа түгел, үҙебеҙҙә...

Эскелек яҡшыға алыр бармай инде ул. Аллам һаҡлаһын!

29 сентябрь төнөндә Ейәнсура районының Яңы Петровка ауылында дүрт әшнә араҡы эсә. Хужалар – 51 һәм 55 йәшлек ике ир менән 19 һәм 20 йәшлек ике дуҫ. Табын артында улар араһында низағ тыуа. Йәштәр бер туғандарҙы ныҡ итеп туҡмап, мәйеттәрен егеүле ат менән урманға алып бара һәм йырынға ташлап китә. Был ваҡиға тураһында "КП-Уфа" баҫмаһы хәбәр итә.
30 сентябрҙə РФ ЭЭМ Ейəнсура районы буйынса бүлегенə Яңы Петровка ауылынан ир кеше мөрəжəғəт итеп, күршелəренең - ике бер туғандың күренмəүен, ə уларҙың ауылдан бик һирəк ситкə сығыуы тураһында хəбəр итə.
Полиция хеҙмəткəрҙəре тейешле адрес буйынса барғас, иҙəндə ҡан таптарына, ихатала кеше һөйрəткəн эҙгə юлыға.
Енәйәтселәргә иректә оҙаҡ йөрөргә тура килмәй. Шул уҡ көндө хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен ҡулға ала. Һорау алғанда егеттәр ғәйептәрен таный. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Читайте нас: