– Беҙҙең өсөн был конкурс – күптән көтөп алынған ваҡиға. Ике республика араһындағы күршеләрсә мөнәсәбәт беҙгә бик ҡәҙерле, был сара йыл да уҙыр тип өмөтләнәбеҙ. Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек нығынһын! – тине Татарстан башҡорттары ҡоролтайының йәштәр хәрәкәте рәйесе Яҙгөл Иҫәндәүләтова.
Конкурстың баһалама төркөмөнә Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгесе Эльза Таныбаева, "Һылыуҡай -2019" конкурсы Гран-приһы хужаһы Ләйлә Шәкүрова, билдәле йырсы, Башкортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), MTV-mix телеканалы директоры Евгения Машко, хореограф, Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры режиссеры Сәлимә Әминева, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов инде.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Саба районынан Лилиә Арыҫланова яуланы. Ул "Һылыуҡай" Бөтә Рәсәй конкурсының финалында Татарстандан ҡатнашыусы булараҡ сығыш яһаясаҡ. I урынды – Гөлшат Әхмәҙиева, II урынды – Гөлиә Солтанова, III урынды Элина Әхмәтйәнова алды.