Оло йәштәгеләр көнөндә Белорет районының Инйәр ауылында урамда бер ир кеше 81 йәшлек әбейҙең сумкаһын тартып алмаҡсы булған. Әммә пенсионерка баҙап ҡалмаған – талаусыға таяғы менән бер нисә тапҡыр эләктергән һәм ярҙам һорап ҡысҡырған. Быны ишеткән кешеләр улар янына йүгереп килеп, талаусыны тотҡандар һәм полиция саҡырғандар.