Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2020, 11:05

Ҡаҙаныштар өсөн грант

Башҡортостан ҡалалары һәм райондары республика Башлығының "Йыл ҡаҙанышы" грантын ала башлаясаҡ. Быға ярашлы указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан.

Башҡортостан ҡалалары һәм райондары республика Башлығының "Йыл ҡаҙанышы" грантын ала башлаясаҡ. Быға ярашлы указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан.
Нимә өсөн биреләсәк ул грант? Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы социаль-сәнәғәт үҫеше һөҙөмтәләренә өлгәшеүен дәртләндереү маҡсатында.
Гранттарҙы тапшырыу өсөн махсус эксперт комиссияһы төҙөлгән. "Йыл ҡаҙанышы" гранты һәр алыусыға номинациялар буйынса тигеҙ өлөштә бюджет иҫәбенән дотация рәүешендә тапшырыласаҡ һәм урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса үҙидара органдары вәкиллектәрен үтәгән саҡта тотоноласаҡ.
Читайте нас: