-7 °С
Ҡар
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2020, 14:00
Республика мәктәптәрендә уҡытыусыларҙың 88 проценты ҡатын-ҡыҙҙар
Башҡортостанда 44 меңдән ашыу педагог 5 октябрҙә Уҡытыусылар көнөн билдәләйәсәк.
Башҡортостанда 44 меңдән ашыу педагог 5 октябрҙә Уҡытыусылар көнөн билдәләйәсәк,
тип яҙа
«Башинформ».
Республиканың мәғариф өлкәһендә бөтәһе 115 мең самаһы хеҙмәткәр эшләй, тип иҫәпләп сығарҙы Башстат. Мәктәптәрҙә — 33,9 мең, урта махсус уҡыу йорттарында — 4,6 мең уҡытыусы, юғары уҡыу йорттарында — 4,9 мең профессор-уҡытыусы иҫәпләнә.
Мәктәп уҡытыусылары араһында 92% — юғары белемле. Урта махсус уҡыу йорттары уҡытыусылары араһында 156-һы – фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә, 16-һы — доцент ғилми исеменә эйә. Юғары уҡыу йорттарында 819 уҡытыусы – фән докторы, 3032-һе — фән кандидаты, 542-һе — профессор, 1852-һе — доцент.
Мәктәп уҡытыусыларының күпселеге ҡатын-ҡыҙҙар — 88%, урта махсус уҡыу йорттарында белем биргән гүзәл зат вәкилдәре — 79%, вуздарҙа — 58%. Мәктәптәрҙә һәр икенсе педагогтың 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе бар.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?