Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 17:30

Акция дауам итә

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында күсмә һаулыҡ үҙәктәре һәм ФАП-тар, флюорографтар һәм маммографтар, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматологик поликлиникаһының модуле ҡатнаша.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында күсмә һаулыҡ үҙәктәре һәм ФАП-тар, флюорографтар һәм маммографтар, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматологик поликлиникаһының модуле ҡатнаша.
Бөгөнгә ҡарата акция башланғандан алып 19309 кеше ҡаралған, 11660 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән 8300 флюорография, 3360 маммография тикшереүе. Акция барышында 1440 кешенең ҡанында - глюкозаның, ә 1316 кешенең ҡанында холестерин юғары булыуы асыҡланған. 2751 пациенттың ҡан баҫымы юғары, 1647 кешенең тән ауырлығы артыҡ. 57 осраҡта яман шешкә, 66 кешелә шәхәр диабетына, 15 осраҡта – туберкулезға шик белдерелгән.
Шик белдерелгән бөтә кешеләрҙе лә өҫтәмә тикшереүгә йүнәлткәндәр. Уларҙың диагнозын асыҡларға, дауа билдәләргә һәм контролгә алырға кәрәк.
Формалаштырылған бригадалар алты районда эштәрен дауам итә. График түбәндә:
- Өфө маршруты – 5-нән 9 октябргә тиклем Кушнаренко районы;
- Дыуан маршруты – 9 октябргә тиклем Мәсетле районы;
- Нефтекама маршруты – 5 октябрҙә Яңауыл районында эшен тамамлаған, 6-нан 9 октябргә тиклем Краснокама районында;
- Октябрьский маршруты – 5-нән 9 октябргә тиклем Бишбүләк районы;
- Стәрлетамаҡ маршруты – 5-нән 9 октябргә тиклем Федоровка районы;
- Белорет маршруты – 9 октябргә тиклем Бөрйән районында.
Акция башланыр алдынан урындағы халыҡҡа мәғлүмәт еткерелә. Табипҡа яҙылыу кәрәк түгел – ҡабул итеү “тере сират” тәртибендә алып барыла.
Был акция быйыл 10 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас: