Мәғлүм булыуынса, 27 сентябрҙә Таулы Карабахта тағы ла һуғыш башланды. Азербайджан менән Әрмәнстан ер өсөн ыҙғышыуын дауам итә. Бөтә илдәр ҡан ҡойошто туҡтатығыҙ тип талап ҡуялар. Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян нисәнсе тапҡыр инде Владимир Путин менән телефон аша һөйләшә. Рәсәй Президенты алда әйткән һүҙҙәрен ҡабатлаған: "Һуғышты туҡтатығыҙ!"