Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 12:00

«Урал Батыр уты» марафоны Республика көнөнә концерттар әҙерләй

«Урал Батыр уты» төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафоны Башҡортостан Республикаһы көнөнә ҡарата концерттар әҙерләй. 8-11 октябрҙә республиканың барлыҡ район-ҡалаларында күләмле мәҙәни саралар ойошторола, унда Башҡортостандың сәнғәт оҫталары, солистары һәм коллективтары ҡатнаша

«Урал Батыр уты» төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафоны Башҡортостан Республикаһы көнөнә ҡарата концерттар әҙерләй. 8-11 октябрҙә республиканың барлыҡ район-ҡалаларында күләмле мәҙәни саралар ойошторола, унда Башҡортостандың сәнғәт оҫталары, солистары һәм коллективтары ҡатнаша. Улар:
– популяр йырсылар Радик Юлъяҡшин/Elvin Grey, Рөстәм Ғиззәтуллин, рок-башҡарыусы Альберт Исмаил,
– «Арғымаҡ», «Дәрүишхан», «Алтынай» төркөмдәре, ZAINETDIN этно-проекты,
– Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле,
– Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары,
– М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары,
– М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары,
– республиканың Сибай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Учалы филармониялары.
Сығанаҡ: Башинформ.
Читайте нас в