Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 13:00

Уҡыусы ҡасан өйҙә уҡыясаҡ?

Ни өсөн ҡайһы бер кластар дистанцион тəртиптə уҡый, ə ҡайһылары юҡ. Өфөнөң мəғариф идаралығы етəксеһе Елена Хаффазова аңлатыуынса, мəктəп бер нисек тə класты карантинға күсерергə ҡарар итə алмай, бындай вəкəлəттəргə тик “Роспотребнадзор” эйə.

Ни өсөн ҡайһы бер кластар дистанцион тəртиптə уҡый, ə ҡайһылары юҡ. 8 октябрҙәге брифингта ошо һорауға яуап бирҙелəр.
Өфөнөң мəғариф идаралығы етəксеһе Елена Хаффазова аңлатыуынса, мəктəп бер нисек тə класты карантинға күсерергə ҡарар итə алмай, бындай вəкəлəттəргə тик “Роспотребнадзор” эйə. Əгəр класта бер бала ауырый икəн, уҡытыусы шунда уҡ директорға хəбəр итергə бурыслы, ə директор мəғариф идаралығына һəм “Роспотребнадзорға”, шуның менəн педагогтың эше тамам. Артабан “Роспотребнадзор” һəм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дауаханалар менəн бəйлəнешкə сыға, баланың зарарланыуын тикшерə. Əгəр был раҫланһа, класс өйҙəн тороп уҡыуға күсерелə. Шундай уҡ саралар сир уҡытыусыға йоҡҡан осраҡта ла күрелə.
Читайте нас: