Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2020, 19:00

Республикала коронавирустан вафат булыусылар һаны 44-кә етте

Башҡортостанда, 10 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус менән сирләүҙең яңы 49 осрағы теркәлгән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, сирлеләрҙең дөйөм һаны 9240-ҡа еткән.

Вафат булыусы Бәләбәй районынан 1965 йылғы ҡатын шәкәр диабеты, сегментар атрофия, склероз, ашҡаҙан аҫты биҙе липоматозы менән ауырыған.
Башҡортостанда, 10 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус менән сирләүҙең яңы 49 осрағы теркәлгән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, сирлеләрҙең дөйөм һаны 9240-ҡа еткән.
Пандемия башланғандан алып һауыҡҡандарҙың дөйөм һаны — 8332 кеше, шул иҫәптән 34-е – һуңғы тәүлектә.
Сирлеләрҙең 5-һе ауыр хәлдә, стационарҙа – 103, амбулатор дауаланыуҙа – 761 кеше.
Читайте нас: