Ҡыҙыл, һары япраҡ яуа,
Ергә таңғы томан ауа.
Дымлы тупраҡ боҫон бөркә
Баллы бәшмәк кеүек һауа.
Һары ҡояш һаран нурға,
Сама менән баға ҡырға.
Ҡурпыларға бик кинәнеп,
Баҫып тора ғорур юрға.
Үләндәрҙе ҡырау һура,
Йәшеллекте ерҙә ура.
Урмандары япраҡтарҙан
Ал-ҡыҙыллы юрған ҡора.
Ҡормаһы нурлы көҙҙөң,
Яуын ала беҙҙең күҙҙең.
Көҙ хозурын һүрәтләргә
Етмәҫ бөгөн минең һүҙем.
Фәнил Бүләков.