Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2020, 22:00

ҺЕҘ ҺОРАҒАН ЙЫР Кеше ғүмере

Кисә тағы һыу буйына төштөм,Таныш һуҡмаҡтарҙан атланым.Ярҙан ярға күпме эҙләһәм дә,Сабый бала саҡты тапманым.

Кисә тағы һыу буйына төштөм,
Таныш һуҡмаҡтарҙан атланым.
Ярҙан ярға күпме эҙләһәм дә,
Сабый бала саҡты тапманым.

Кеше ғүмере һыуҙар булып аға...
Сәскә булып ата йәйҙәрен...
Йондоҙ булып атыла ла һүнә...
Тик ҡайтмай шул кире әйләнеп...

Кисә тағын болондарға сыҡтым,
Сәскәләрҙең йыйҙым аҡтарын.
Күпме генә эҙләп йөрөһәм дә
Йәшлегемде генә тапманым.

Бөгөн тағы зәңгәр күккә баҡтым,
Ҡарап ҡалдым ҡоштар киткәнен.
Йөрәгемде өҙҙө һағышлы моң,
Шул саҡ тойҙом ғүмер үткәнен.
Читайте нас: