Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2020, 13:00

Кубокты кем яуланы инде?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Спорт көрәше президенты Михаил Мамиашвили кисә Башҡортостан Башлығы приздарына ир-егеттәр араһында спорт (грек-рим) көрәше буйынса Рәсәй Кубогы ярыштарын тантаналы ябыу сараһында ҡатнашты.

Коронавирус инфекцияһы сәбәпле, сара санитария нормаларын һәм ҡағиҙәләрен күҙәтеп үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 октябрҙә Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә ил көрәшселәре араһындағы ярыштарға старт бирелгәйне. Уларҙа Рәсәйҙең 34 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Сараның һуңғы көнөндә көрәш майҙанында 60, 67, 77, 87 һәм 130 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендәге спортсылар көс һынашты. Республика Башлығы финал ярыштарын ҡараны һәм еңеүселәргә наградалар тапшырҙы.
Үткән ярыштар һөҙөмтәләре буйынса, Кубокты Санкт-Петербург командаһы яуланы, икенсе урынға – Мәскәү, өсөнсөгә Мордовия йыйылма командалары сыҡты.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: