Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2020, 18:30

Теге яуыз бирешергә уйламай

Коронавирустың көҙгө һөжүме көн һайын уҫалыраҡ була бара. Тәүлек эсендә республикала вирус тағы 54 кешелә асыҡланған. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 12 октябргә ҡарата Соvid-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 9 344.

829 ауырыу сирҙе еңел үткәрә, шуға күрә табип билдәләгән дауаны улар өйөндә ала. Стационарҙарҙа 103 сырхау ята, дүртәүһенең хәле ауыр, берәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Һуңғы тәүлектә ике кеше дауахананан сыҡҡан. Пандемия башынан алып был инфекциянан 8 366 яҡташыбыҙ һауығыуға өлгәшкән.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирустан вафат булыусылар артыуы – уларҙың 46-ға етеүе тураһында хәбәр итәләр. Афәтле ауырыу Өфөлә йәшәүсе 1956 йылғы ирҙең ғүмерен өҙгән. Коронавирустан тыш, ул шәкәр диабетынан, юғары ҡан баҫымынан, артыҡ ауырлыҡтан яфаланған булған икән.
Аҙаҡҡы тәүлектә республикала пневмония менән сирләүселәр 161-гә күбәйгән. Был сирҙән ҡотолоп, кисәле-бөгөнлө дауахананан сығыусылар – 133.
Читайте нас в