Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 18:00

2020 йылда был мәктәп "Стимул" программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Булгаково ҡасабаһында төҙөлә.

“Стимул” программаһына ярашлы 825 урынлыҡ мәктәп төҙөлә

“Стимул” программаһына ярашлы 825 урынлыҡ мәктәп төҙөлә
Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше программаларына булышлыҡ итеү – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса алып барылған мөһим сараларҙың береһе. Быйыл ошо бурыстарға тулыһынса яуап биргән “Стимул” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфө янындағы Булгаков ауылында 825 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлөшө башланды.
Мәғариф учреждениеһының дөйөм майҙаны 13 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Белем усағы ауылдың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашасаҡ.
Проектҡа ярашлы, яңы мәктәп өс ҡатлы буласаҡ. Беренсе ҡатта инеү урыны, гардероб бүлмәләре, оҫтаханалар, уҡыу бүлмәләре, медицина пункты, аҙыҡ-түлек блогы, спорт залы һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн айырым блок планлаштырылған. Икенсе ҡатта – уҡыу бүлмәләре, административ бүлмәләр һәм тантаналар залы. Өсөнсө ҡат уҡыу бүлмәләренән һәм мәғлүмәт залынан торасаҡ.
Мәктәп биләмәһендә ял һәм физкультура-спорт зонаһы ла ҡаралған. Ял өсөн биләмәлә ҙур саралар, хәрәкәтсән уйындар һәм тыныс ял өсөн тәғәйен майҙансыҡтар булдырыласаҡ.
Физкультура-спорт зонаһы үҙ эсенә баскетбол, волейбол һәм гимнастика майҙансыҡтарын берләштерә. Шулай уҡ бында йүгереү юлдары, 60-ҡа 40 метрлы футбол майҙансығы, спорт тренажерҙары мөйөшө булдырыу ҡаралған. Хәрәкәтсән уйындар һәм спорт майҙансыҡтары, йүгереү юлдары резина онтағынан эшләнгән йөйһөҙ япма менән ҡапланасаҡ.
Мәктәп биләмәһендә бәләкәй архитектура формалары, эскәмйәләр, балалар өсөн уйын һәм спорт ҡорамалдары ла ҡуйыласаҡ.
Белем усағы сәләмәтлеге арҡаһында хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың мәнфәғәттәрен дә күҙ уңында тотоп төҙөлә – бында өс лифт эшләйәсәк.
Әлеге көндә төҙөүселәр нигеҙ һалыу эштәрен тамамлаған, мәктәптең стеналарын күтәреүгә тотонған. Бер ыңғай инженер селтәрҙәре һуҙыу буйынса ла эш алып барыла. Төҙөлөш-монтаж эштәрен киләһе йылдың йәйенә тамамларға иҫәп тоталар.
Читайте нас: