Үрген ауылының "Айгөл" балалар баҡсаһы иртә менән балаларҙың шат тауышына күмелә. Был кескәйҙәрҙе йыйған күркәм баҡсаға береһенән-береһе һәләтле 70 -ләп бала йөрөй. Улар бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә, шашка уйнарға яраталар. Шулай булмай ни, улар менән Ноғоманова Нурзилә апайҙары етәкселегендә тағы ла шат күңелле 14 апай эшләй. - Районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейын ҡаршылап, бөтә коллектив менән " Ейәнсура таңдары" гәзитенә яҙылдыҡ! - ти Нурзилә Батырхан ҡыҙы.