Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 19:00

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә “ҡыҙыу линия” эшләйәсәк

Бәхәсте нисек хәл итергә? Нисек конфликт булдырмаҫҡа? Нисек килешергә һәм ярашырға? Көс ҡулланыу осрағында нимә эшләргә?

Башҡортостанда 20 һәм 21 октябрҙә сәғәт 11-ҙән 18.00-гә тилем 8-800-347-5000 ышаныс телефонында ғаилә конфликттарын, көнкүрештә көс ҡулланыуҙы, айырылышыуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” эшләйәсәк. Ул “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үткәрелә.
Республиканың һәр кешеһе башҡорт һәм рус телдәрендә белгестәрҙән аноним һәм бушлай консультация ала аласаҡ.
Бәхәсте нисек хәл итергә? Нисек конфликт булдырмаҫҡа? Нисек килешергә һәм ярашырға? Көс ҡулланыу осрағында нимә эшләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға юғары квалификациялы белгестәр:
20 октябрҙә табип-психотерапевт Гузәл Рим ҡыҙы Байбулатова; клиник психолог, социаль конфликттар медиаторы Искәндәр Артур улы Мостафин
21 октябрҙә табип-психиатр-нарколог Рәилә Сафа ҡыҙы Әүхәҙиева; ғаилә медиаторы, психолог Ләйсән Мөхәмәт ҡыҙы Хәмитова яуап бирәсәк.
Читайте нас: