Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 11:00

Байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, ҡәҙерле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары!

15 октябрь – Бөтә донъя ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөАуыл ҡатын-ҡыҙҙарының көндәлек тормошона һоҡланмау мөмкин түгел! Улар эшкә лә өлгөрә, донъя көтә, бала тәрбиәләй, ирҙәренә яғымлы ҡатын да, ҡулдарында ут уйнатҡан өлгөр һәм уңған хужабикә лә.

15 октябрь – Бөтә донъя ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының көндәлек тормошона һоҡланмау мөмкин түгел! Улар эшкә лә өлгөрә, донъя көтә, бала тәрбиәләй, ирҙәренә яғымлы ҡатын да, ҡулдарында ут уйнатҡан өлгөр һәм уңған хужабикә лә.
Бөгөн Бөтә донъя ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө тураһында тәҡдим 1995 йылда Пекинда уҙған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы конференцияһында индерелә. 2007 йылда байрам халыҡ-ара ойошманың Генераль Ассамблеяһында рәсми раҫлана. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары Ер шары халҡының дүрттән бер өлөшөнән күберәк тип иҫәпләнә.
Бөгөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын матур байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ғаилә усағын һүндермәй, ауыл тормошона йәм һәм ҡот өҫтәп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: