Бөгөн Радий Хəбиров Рəсəй милли гвардияһының Волга буйы ғəскəрҙəре командующийы Александр Порядин менəн осрашты. Генерал-полковник республиканың Росгвардия ҡуйған бурыстарҙы яҡшы үтəүен билдəлəне һəм берлектəге эштəрҙең һөҙөмтəлелеген белдерҙе. Əлбиттə, тəртип һаҡлау өлкəһендə. Һəм Радий Хəбировҡа РФ Милли гвардия ғəскəрҙəре федераль хеҙмəтенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.