"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 18:30

Пермь крайы китапханаларына башҡорт телендә китаптар тапшырыла

Пермь крайында «Ғәйнә башҡорттары: телем, тарихым, халҡым» проекты тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының сит төбәктәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында ойошторола. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан туған телдә бер нисә китап баҫтырылды. Улар араһында: башҡорт теленең ғәйнә диалекты һүҙлеге, шағир Наил Ғәбдүшевтың тап ошо диалектта яҙылған шиғырҙар йыйынтығы, башҡорт телен республиканан ситтә уҡытҡан педагогтар өсөн методик әсбаптәр, уҡыусылар өсөн башҡорт теленән эш дәфтәрҙәре. Ошо китаптар Пермь крайының Ҡуян һәм Башҡултай ауылдарына тапшырылды.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Пермь крайындағы бүлексәһе активистары был ауылдарға үҙҙәре барҙылар. Китап тапшырып ҡына ҡалманыҡ, уларҙың эстәлеген, проекттың маҡсатын аңлаттыҡ. Ауылдарҙың мәҙәниәт йорттарында башҡорт телен уҡытыуға бәйле осрашыуҙар ҙа уҙҙы. Шулай уҡ, яҡынлашып килгән халыҡ иҫәбен алыуға ҡарата һорауҙарға яуап бирҙек, урында ирекмәндәр һайлап, уларға был сарала эшләр өсөн йүнәлеш бирҙек», — тип белдерҙе Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
Башҡорт телендә китаптар төбәктең 52 китапханаһына тапшырыласаҡ. Был эш менән урындағы ҡоролтай йәмәғәтселәре лә, Пермь өлкәһенең үҙәк китапханаһы ла бергә шөғөлләнә.
«Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре беҙ килтергән китаптарға бик шатланды. Баҡһаң, бында китап фондының күптән яңырғаны юҡ икән. Беҙ үҙебеҙ киләһе көндәрҙә Чернушка районының Сулмаш ауылына, Аша ҡалаһына, Уй һәм Көйәҙе райондарына ошо баҫмаларҙы тапшырасаҡбыҙ»,- тип ниәттәре менән уртаҡлашты Рәсим Тимерғәзи улы.
Сығанаҡ: kurultai.ru
Читайте нас: