"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2020, 14:00

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән

Шулай итеп, пандемия башланғандан алып коронавирус диагнозы ҡуйылған сирлеләр һаны 9 674-кә етте.

Шулай итеп, пандемия башланғандан алып коронавирус диагнозы ҡуйылған сирлеләр һаны 9 674-кә етте.
Тәүлек эсендә 212 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған. Стационарҙарҙа - 126, амбулатор шарттарҙа 854 ауырыу дауалана. Биш пациент ауыр хәлдә, ике ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә 13 ауырыу һауыҡҡан, яңы үлем осраҡтары теркәлмәгән. 11 504 тикшереү үткәрелгән.
Рәсәйҙә хәл көсөргәнешле, тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороуҙың 14 922 осрағы теркәлгән. 8 617 пациент сирҙе еңгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусылар артҡан – 279 кеше.
Сирлеләрҙең артыуы менән бәйле, республикала койка фондын арттырыу буйынса саралар күрелә. Өфөлә Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиникаһында һәм 10-сы дауаханала өҫтәмә урындар барлыҡҡа киләсәк. Дарыуҙар, тестар һәм үпкәне яһалма елләтеү аппараттары һатып алыуға республика бюджетынан өҫтәмә аҡса бүленәсәк.
Читайте нас: