Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 17:00

Күп балалы ғаиләләргә нисек ер урынына 250 мең һум алырға?

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бирелгән ер урынына бер тапҡыр аҡса түләү тәртибе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ 17 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Бер тапҡыр бирелә торған түләү — 250 мең һум. Исем-шәрифе яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ алыу өсөн кәрәкле бөтә документтар күрһәтелгән. Уны фатир, бүлмә, шәхси йорт (шул иҫәптән төҙөлә башлаған) һатып алыу өсөн иғәнә итеп тотонорға ярай. Шулай уҡ йорт һалырға, ипотеканы түләргә, ер һатып алырға мөмкин.
Күсемһеҙ милек Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.
Күп балалы ғаиләләргә нисек ер урынына 250 мең һум алыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте һылтанма буйынса «Башинформ» сайтында уҡығыҙ.
Фото: Ксения Калинина
Читайте нас: