Быйылғы көҙ ҡояшлы көндәре менән ҡыуандырып ҡына тора. Шулай ҙа, Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итеүҙәренсә, ошо аҙнала ҡар яуып, көндәрҙең һыуыныуы көтөлә.
Синоптиктар шаршамбы, 21 октябрҙән ҡырау төшәсәген фаразлай. Температура -3 градусҡаса түбәнәйә. Көндәр болотло була, Башҡортостандың үҙәк райондарында ҡар яуа.
Ә бер аҙнанан йәнә йылыта, һауа температураһы яҡынса +5 градус. Ҡарҙың ноябрь уртаһында ғына ятыуы көтөлә.