“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге коронавирус инфекцияһының икенсе тулҡыны осоронда эшен көсәйтә. Ирекмәндәр республика халҡына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Ошо көндәрҙә “Табиптар хаҡында хәстәрлек менән” акцияһы башлана, унда меңләп аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыласаҡ. Комплекттар covid-19 менән ауырыған пациенттарҙы дауалаған медицина хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән.
Вахта ысулы менән эшләгән медиктарҙы эшкә һәм өйҙәренә йөрөтөү өсөн партия транспорт бүләсәк. Быларҙан тыш, партия халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламдарына ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәлмә ресурстар йәлеп итәсәк.
Төбәк колл-үҙәге элеккесә 8-800-201-89-03 шылтыратыуҙар ҡабул итә.