+16 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 18:30
Иртәгә тыуған көнөн билдәләр ине...
Өфөлә үҙенең тыуған көнө алдынан популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова арабыҙҙан китеп барҙы. Коллегалары хәбәр итеүенсә, ул ковид-госпиталдә дауаланған.
Өфөлә үҙенең тыуған көнө алдынан популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова арабыҙҙан китеп барҙы. Коллегалары хәбәр итеүенсә, ул ковид-госпиталдә дауаланған. Был хаҡта “Башинформ”
яҙҙы
.
Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова — үҙенсәлекле яҙмышлы кеше. 1949 йылдың 21 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводында секретарҙан алып директорға тиклем үрләй, «Нур» рестораны директоры була. Хеҙмәт ветераны, атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре.
Әммә уның бөтә ғүмере йыр менән бәйле ине. 1997-1998 йылдарҙа Фәриҙә Ҡудашеваның тәҡдиме менән Бибисара Азаматова «Өфө-Ҡазан-Болғар» теплоходында башҡорт-татар концерттарында ҡатнаша башлай. 2006 йылда тыуған районында тәүге концертын ойоштора, аккомпаниаторҙар булып республикала танылған баянсылар Ридик Фәсхетдинов, Илшат Яхин, Хәлит, Илшат һәм Айнур Фәтиховтар сығыш яһай.
Йырсының концерттарына халыҡ күпләй йөрөй, уның ҡабатланмаҫ башҡарыу манераһы һәм матур тауышы меңләгән тыңлаусының йөрәгенә үтеп инә, ул ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһына әүерелә. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Фәрүәз Урманшин, Раил Өмөтбаев, Альберт Салауатов, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡалар менән сығыш яһай.
Ижади ғүмерендә Бибисара Азаматова үҙенең биш концертын ойоштора, алты аудиоальбом сығара. Һуңғыһы 2020 йылда сыҡты. Унда 73 йыр бар. Күп тапҡыр «Йыл йыры», «Юлдаш йыры», «Башҡорт йыры» республика йыр конкурстары лауреаты булды.
Читайте нас: