-3 °С
Ясна
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 13:00
Корпоративтар һәм банкеттар тыйыла
Башҡортостан ресторандарында корпоративтар һәм банкеттар уҙғарыу тыйыла. Был хаҡта дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерелгән.
Башҡортостан ресторандарында корпоративтар һәм банкеттар уҙғарыу тыйыла, тип
хәбәр итә
“Башинформ”. Был хаҡта дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерелгән.
Башҡортостан биләмәһендә яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимын индереү тураһындағы указға тейешле үҙгәрештәр 19 октябрҙә индерелә.
«Норма популяр түгел, ләкин беҙ ошо аҙымға барабыҙ, — тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Ресторандарҙа һәм башҡа дөйөм туҡланыу урындарында корпоративтар, йәғни күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреүҙе тыйырға. Корпоративтарҙы, банкеттарҙы – быларҙың бөтәһен дә һуңыраҡ ваҡытҡа күсерәбеҙ. Беҙгә үпкәләмәһендәр. Юғиһә аҙаҡ ошо ресторандарҙы яба башларбыҙ, ә беҙ улай эшләргә теләмәйбеҙ».
Фото: Валерий Шахов / “Башинформ”.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы