Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 14:00

Медицина инспекторҙары уҡытыла

Башҡорт дәүләт медицина университетының “Медицина инспекторы” белем биреү сайты эшләй башланы.

Башҡорт дәүләт медицина университетының “Медицина инспекторы” белем биреү сайты эшләй башланы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса республика предприятиеларында һәм учреждениеларында эпидемиологик нормалар үтәлешен контролләүсе медицина инспекторҙары эшләйәсәк.
Медицина инспекторы предприятие йәки учреждение хеҙмәткәре булып тора һәм уны медицина белеме булыуы мотлаҡ түгел.
https://med-inspector.ru/ сайтында “Медицина инспекторы”на уҡытыу онлайн-курс урынлаштырылған. Унда уҡыу өсөн теркәлергә кәрәк. Бер тәүлектә 1600 кеше лекциялар курсын тыңлаған, шуларҙы яртыһы – иҡтисадтың реаль секторы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре. Курс тамамланғас, уны үтеү тураһында сертификат бирелә.
Читайте нас: