Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 20:00

Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулыу уңайынан

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулыу уңайынан дәүләт наградалары тапшырҙы.

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуына 101 йыл тулыу уңайынан дәүләт наградалары тапшырҙы. Маҡтау грамоталарына, исемдәргә һәм рәхмәт хаттарына күренекле яҙыусының исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индереүселәр лайыҡ булды.
Республика етәксеһе 2019 йылда Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм яҙыусының әҫәрҙәре мотивтары буйынса “Һеңлекәш”, “Өс таған” нәфис фильмдары һәм театр постановкалары өҫтөндә эшләгән ижади коллективтарҙы айырым билдәләп үтте.
– Рәсәйҙә киң прокатҡа сыҡҡан “Һеңлекәш” фильмы тамашасылар һөйөүен яуланы, беҙҙең республика ниндәй матур булыуын, беҙҙә ниндәй яҡшы кешеләр йәшәүен күрһәтте, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: