20 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда тәүлек эсендә, коронавирус йоҡторғандар тағы 68 кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып сирлеләрҙең дөйөм һаны 9877-гә еткән. Һуңғы тәүлектә 69 пациент һауыҡҡан. COVID-19 менән сирләгән бер кешенең вафат булыуы теркәлгән, шулай итеп, үлеүселәр һаны 48-гә етте.