Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 17:00

Табиптарҙы дәүләт власының эш машиналары йөрөтә

Башҡортостанда табиптарҙы эш урынына, шулай уҡ пациенттарҙың өйҙәренә дәүләт власының эш автомобилдәре йөрөтә башланы.

Башҡортостанда табиптарҙы эш урынына, шулай уҡ пациенттарҙың өйҙәренә дәүләт власының эш автомобилдәре йөрөтә башланы, тип хәбәр итә “Башинформ”.
16 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дәүләт органдары автопаркынан 100 машина бүлергә һәм уларҙы сирлеләргә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Өфөнөң медицина учреждениеларына бирергә ҡушты. Саҡырыуҙарҙың бик күп булыуына бәйле поликлиникаларға ярҙам кәрәк.
Әле дәүләт власы органдары паркынан транспорттың яртыһы тиерлек дауаханаларға ебәрелгән дә инде, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Бөгөн төрлө маркалы бөтә 100 машина ла Өфөнөң медицина учреждениеларына бүленә, башлыса баш ҡала поликлиникаларына.
Эш машиналары сирлеләрҙең өйҙәренә барыу өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ транспорт көн һайын коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә алып бара һәм өйгә алып ҡайта. Хәҙерге ваҡытта медицина учреждениеларының үҙ ресурстары етмәй.
Транспорт билдәһеҙ ваҡытҡа бүленгән, тип өҫтәнеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Фото: Яндекс Картинки
Читайте нас: