Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 18:00

Сертификат алығыҙ

Башҡортостанда йәшәүселәр шәхси һанлы сертификат алыу өсөн ғариза яҙа ала. Будьте первым, кто оставит

Башҡортостанда йәшәүселәр шәхси һанлы сертификат алыу өсөн ғариза яҙа ала.
Рәсәйҙең 48 төбәгендә йәшәгәндәр персональ һанлы сертификат алыу хоҡуғына эйә. Шулай итеп, быйыл илдә йәшәгән 33 мең кеше программалаштырыу, һанлы маркетинг, киберхәүефһеҙлек һәм иҡтисадтың башҡа өлкәләре буйынса бушлай уҡый аласаҡ. 15 октябрҙә дәүләттән персональ һанлы сертификаттар бирелә башланы. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә мөмкин булды.
Персональ һанлы сертификатты Рәсәйҙең бәлиғ булған һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәки ваҡытлыса йәшәгән, пенсия йәшенә етмәгән, тамамланған юғары йәки урта һөнәри белемле граждандар алыу хоҡуғына эйә. Уҡытыу – тулыһынса дистанция форматында. Һөҙөмтәлә квалификацияны күтәреү буйынса рәсми танытма тапшырыласаҡ. Был персональ һанлы сертификат ярҙамында Рәсәйҙә йәшәгәндәр яһалма интеллект, программалаштырыу, IT-продукттарҙы ойоштороу, сәнәғәт дизайны кеүек 22 йүнәлеш буйынса бушлай белем аласаҡ.
Читайте нас: