Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 16:00

Өфөлə кондукторҙы кәмһеткән ирҙе ҡулға алдылар

Суд ултырышында Өфө йəшəүсеһе “Хулиганлыҡ” статьяһы буйынса ғəйепле тип табылған. Уны 14 көнгə биклəп тə ҡуйғандар.

Кисə хоҡуҡ һаҡсылары “Башавтотранс” хеҙмəткəренә ҡарата əҙəпһеҙ ҡыланған пассажирҙы ҡулға алған. Суд ултырышында Өфө йəшəүсеһе “Хулиганлыҡ” статьяһы буйынса ғəйепле тип табылған. Уны 14 көнгə биклəп тə ҡуйғандар.
Иҫегеҙгə төшөрəбеҙ, 19 октябрҙə баш ҡаланың 51-се автобусында булған хəл бөтə республикаға билдəле булғайны.Видеояҙмала күренеүенсə, автобус пассажиры битлек кейеүҙе талап иткəн кондукторҙы мəсхəрə итə, оятһыҙ һүҙҙəр менəн ҡысҡыра. Һуңыраҡ видеояҙма геройы журналистарға, зəғиф аҡыллымын, тип һөйлəгəн.
Үҙенең тəрбиəһеҙлеген шулай аҡларға маташҡан, күрəһең...
Читайте нас: